4 декабрь, Йәкшәмбе

24 март 2010 йыл, 11:27

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙы һәм инвалидтарҙы тимер юл бушлай йөрөтәсәк

автор: Любовь Колоколова

Быйылғы йылдың 3 — 12 майында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәм инвалидтарға “Рәсәй тимер юлдары” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең алыҫ араға йөрөүсе поездарында бушлай йөрөү хоҡуғы бирелә.

“Рәсәй тимер юлдары” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, алыҫ араға йөрөүсе поездарға бушлай билеттарҙы апрелдең тәүге көндәрендә юлларға мөмкин буласаҡ. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 1176-сы ҡарарына ярашлы бушлай бирелгән билеттарға документ тултырыу тәртибе һәм көнө тураһында “Рәсәй тимер юлдары” йәмғиәте өҫтәмә хәбәр итәсәк.