11 декабрь, Йәкшәмбе

24 март 2010 йыл, 11:12

Өфөнөң Калинин һәм Совет райондары «уйнарға» ярата

автор: Евгений Рәхимҡолов

Калинин һәм Совет райондары Өфөлә иң ныҡ “уйнарға” яратыусылар булып сыҡты. Уларҙың территорияһында 15 законһыҙ эш итеүсе ҡомарлы уйындар салоны барлығы асыҡланған. Был турала ҡала хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә уның башлығы Павел Качкаев хәбәр итте.

Павел Качкаевтың әйтеүенсә, тыйылған уйын йорттары эшмәкәрлеге һаман да Өфө муниципалитеты өсөн баш ауырыуы булып ҡала. Дүрт махсус зонанан тыш, уйын бизнесының Рәсәйҙең бөтә территорияһында тыйылыуына ҡарамаҫтан, ғәҙел булмаған юл менән еңел аҡса табырға тырышыусылар кәмемәй. Шул уҡ мәлдә Өфөлә уйын йорттары кәмеү генә түгел, арта бара. Миҫал өсөн, әгәр март башында республиканың баш ҡалаһы биләмәһендә бындай 55 салон барлығы асыҡланһа, хәҙер улар 57-гә еткән. Ә бер аҙна самаһы элек  бөтөнләй 58 ине. Бер клуб ябылды. Ләкин эшмәкәрлеге законһыҙ булғанға түгел, ә техник сәбәптәр арҡаһында, һәм ул эшен бер-ике аҙнанан һуң ҡайтанан башларға иҫәп тота.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Уйын бизнесын көйләү тураһында” Федераль закон уҙған йылдың 1 июлендә көсөнә инде. Был законға ярашлы, махсус бүленгән дүрт зонанан тыш (Приморьела, Алтай крайында, Калининград өлкәһендә, шулай уҡ Краснодар крайы менән Ростов өлкәһе сигендә),  уйын бизнесы Рәсәйҙең бөтә территорияһында ла тыйылған.