8 декабрь, Кесе йома

24 март 2010 йыл, 11:10

Волга буйы төбәктәрендә етем балалар өсөн ижтимағи-патриотик акциялар

автор: "Башинформ"

“Балалыҡты ҡайтарыу” Балалар йорттарына ярҙам һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың социаль адаптацияһы проекты сиктәрендә Волга буйы федераль округы төбәктәрендә Рәсәй Эске эштәр министрлығы Эске ғәскәрҙәренең төбәк командованиеһы башланғысында, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы йәлеп итеп, ижтимағи-патриотик саралар үткәрелә.

Был саралар Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына һәм Рәсәй Эске эштәр министрлығының Эске ғәскәрҙәре көнөнә арнала.

Бындай саралар Башҡортостанда, Татарстанда, Ульяновск, Һарытау, Киров һәм Пенза өлкәләрендә үтәсәк. Ойоштороусылар, Ҡораллы Көстәрҙә хеҙмәт итеү балаларҙы ҡыҙыҡһындырыр һәм, бәлки, уларҙың ҡайһы берҙәре киләсәктә профессиональ хәрби хеҙмәткәр һөнәрен һайлар, тип ышана.