7 декабрь, Шаршамбы

24 март 2010 йыл, 10:20

Сафҡа индерелгән сауҙа майҙандары буйынса Өфө икенсе урында

автор: урындағы власть

Өфө сафҡа индерелгән сауҙа майҙандары иҫәбе буйынса 2009 йылда Волга буйы федераль округы ҡалалары араһында икенсе урын алды. Был турала Өфө хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә хакимиәт башлығы Павел Качкаев хәбәр итте.

—Рәсәй буйынса иһә был күрһәткес буйынса беҙҙең ҡала алтынсы урында, — тине ул, — был да насар түгел.

Дөйөм алғанда ҡаланың сауҙа өлкәһе, Павел Качкев әйтеүенсә, урындағы властарға артыҡ мәшәҡәттәр тыуҙырмай, башҡа өлкә менән сағыштырғанда көрсөктән дә әллә ни ҙур зыян күрмәгән. Күп осраҡта был Өфөнөң башҡа ҡалалар менән сағыштырғанда аҙыҡ-түлек баҙарының импортҡа артыҡ бәйле булмауынан тора. Мәҫәлән, халыҡ өсөн иң кәрәкле тип табылған аҙыҡ төркөмөн 77-80 процентҡа Өфө үҙе тәьмин итә. Сағыштырыу өсөн, Мәскәүҙә был күрһәткес ни бары 66 процент тәшкил итә.