5 декабрь, Дүшәмбе

24 март 2010 йыл, 9:45

ЮНЕСКО эштәре буйынса республика комитеты делегацияһы Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың ҡәберенә сәскәләр һалды

автор: Эльмира Сабирова | фото: Рәиф Баҙыҡов

«Донъя халыҡтары мәҙәниәте диалогы» халыҡ-ара проекты сиктәрендә ЮНЕСКО эштәре буйынса республика комитеты делегацияһы Истанбул ҡалаһында булды. Бында "Караджаахмад" зяаратында Башҡортостандың күренекле дәүләт эшмәкәре, бар донъяға билдәле ғалим-төркиәтсе Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың ҡәберенә сәскәләр һалыу ойошторолдо.

2010 йылда уның тыуғанына 120 йыл тулыуын билдәләү мөһим. Делегация ағзалары шулай уҡ Истанбул ҡалаһы буйлап танышыу экскурсияһы үткәрҙе. Был саралар Төркиә Республикаһындағы Башҡортостан Республикаһы Вәкиллеге менән ойошторолдо.