6 декабрь, Шишәмбе

24 март 2010 йыл, 9:38

Министр Никеринға Рәсәй Олимпия комитеты рәхмәт белдерҙе

автор: Дмитрий Слезин

Рәсәй Олимпия комитетының беренсе вице-президенты Игорь Казиков Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры Александр Никеринды спортсыларыбыҙҙың Ванкуверҙа  2010 йылғы Х Паралимпия ҡышҡы уйындарында уңышлы сығыш яһауҙары менән ҡотланы.

Ҡотлауҙа шулай тиелә:

— Башҡортостан ере үҙенең спорт традициялары менән дан тота. Ул байтаҡ олимпия һәм паралимпия чемпиондары бирҙе һәм олимпия рекордтары копилкаһына тос өлөш индерә. Һеҙгә Башҡортостан Республикаһында физик культураны, спортты, олимпия һәм паралимпия хәрәкәтен үҫтереүгә иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм.