4 декабрь, Йәкшәмбе

24 март 2010 йыл, 8:49

Ҡайғы уртаҡлашыу телеграммаһы

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Мәскәү дәүләт эстрада театры исеменә телеграмма ебәрҙе. Унда мәшһүр йырсы, Рәсәйҙең халыҡ артисткаһы Валентина Васильевна Толкунованың вафат булыуы сәбәпле ҡайғы уртаҡлашыу белдерелә.

Атап әйткәндә, телеграммала шулай тиелә:

“Үҙенең матур, сағыу тормошонда ул ватан эстрада сәнғәтен үҫтереүгә бик күп көс һалды. Тиҫтәләрсә йылдар дауамында уның башҡарыуындағы тәрән мәғәнәле, яҡты, күңелде арбаусы йырҙар һәр йортта яңғыраны, уның талантын һәм профессионализмын ихтирам иткән миллиондарса кеше йөрәгендә урын алды.

Юғары кешелек сифаттары, өлгөлө вокаль һәм сәхнә мәҙәнилеге һөҙөмтәһендә ул күп тапҡырҙар ҙур уңыш менән сығыш яһаған республикабыҙҙа ла халыҡтың ҡайнар һөйөүен яуланы. Валентина Васильевна бар ғүмерен рус йырына хеҙмәт итеүгә арнаны, йөрәген кешеләргә бүләк итте. Сөнки асылы менән шундай кеше ине!

Бөтә республика уның туғандары һәм яҡындары менән бергә ҡайғыра. Ватан мәҙәниәтенең һоҡланғыс эшмәкәре Валентина Васильевна Толкунова хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр!

Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов”.