11 декабрь, Йәкшәмбе

23 март 2010 йыл, 17:06

Башҡортостанда ярҙамсы хужалыҡтар өсөн агролизинг программаһы уңышлы ғәмәлгә ашырыла

автор: Юлия Антипина | фото: Ринат Исҡужин

«Башсельхозтехника» дәүләт унитар предприятиеһы шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға ҡиммәтле ауыл хужалығы техникаһын бүлеп түләү юлы менән һатып алыуға мөмкинлек биреүсе «Шәхси хужалыҡ» республика комплекслы программаһын ғәмәлгә ашырыуға тотондо. БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев 2010 йылдың февралендә тейешле ҡарарға ҡул ҡуйҙы, бынан һуң республика бюджетынан бүленгән 200 миллион һумға ауыл хужалығы техникаһын һатып алыуға тендер үткәрелде. Үҙҙәренең хужаһын келәттәрҙә бөгөн тракторҙар, сапҡыстар, тағылмалар, пресслау-йыйғыстар, күбә ташыусы, тырма, һабан, кәбән һалғыс, онтағыс һәм һауыу ҡулайламалары көтә — барыһы 665 берәмек. Иң күп һораған техника булғанға күрә, 268 трактор һатып алынған.

Программала ҡатнашырға теләктәре булғандар ғариза яҙырға һәм тәғәйен документтар йыйырға тейеш ине. Ноябрь-декабрҙә бар ғаризалар ҙа ҡаралған. Әлеге ваҡытта программала ҡатнашыусыларға техниканы тарата башлағандар. Баймаҡ районы ауылдары эшсәндәре үҙҙәренә кәрәклеһен алып та өлгөргән. Бөгөн Балтас һәм Балаҡатай райондарына сират еткән. Иртәгә һәм иртәнән һуңға әбйәлилдәр менән ейәнсуралар шатланасаҡ. Беренсе майға тиклем агролизинг программаһы буйынса ауыл хужалығы машиналарын шәхси хужалыҡтарға таратыу тамамланасаҡ.

— Беҙ бал ҡорттары ла тотабыҙ, һыйыр ҙа аҫрайбыҙ, йәшелсә лә үҫтерәбеҙ, — тип һөйләй Балтас районынан Илгиз Саяпов. — Техникаһыҙ булмай ауылда. Ләкин һатып алыуы ла еңел түгел – бигерәк ҡиммәт. Шуға күрә мин «Шәхси хужалыҡ» программаһында ҡатнашырға булдым. Хөкүмәтебеҙгә ҙур рәхмәт. Мин алған техника — һабанлы МТЗ-82 «Беларус» тракторы. Ун йыл дауамында өлөшләп түләргә, бик уңайлы. Бар таныштарыма ла был программала ҡатнашырға кәңәш итәсәкмен. Ә тракторым өсөн тәүге эше лә әҙер – ул картуф сәсеүҙә ҡулланыласаҡ.