4 декабрь, Йәкшәмбе

23 март 2010 йыл, 16:27

Башкортостан иҡтисадын кредитлауҙың өстән бер өлөшө эшкәртеү производствоһына тура килә

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостан иҡтисадына банктарҙың кредит аҡса һалыуҙары структураһында 81,1 млрд. һум (33,4%) эшкәртеү производствоһына тура килә. Йәнә 28,3 млрд. һум (11,7%) кредит ресурсы булараҡ күмәртәләп һәм ваҡлап сауҙа итеү предприятиеларына бирелгән; 12,1 млрд. һум(5%) — ауыл хужалығы, һунар һәм урман хужалығына тура килә. 9,1 млрд.  һумды (3,8%) заем алыусылар күсемһеҙ милек менән операциялар башҡарыу өсөн алған. 6,5 млрд. һум (2,7%) төҙөлөш өлкәһендә эшләүсе предприятиеларға тура килә; 5,5 млрд. һум (2,2%) – файҙалы ҡаҙылмалар табыу өсөн; 1,6 млрд. һум (0,7%) — электр энергияһын, газ һәм һыу етештереү һәм таратыу өсөн; 1,4 млрд. һум (0,6%)  транспорт һәм элемтә өсөн алынған.

Дөйөм алғанда 2009 йылда банктар менән юридик шәхестәргә һәм шәхси эшҡыуарҙарға бирелгән кредит күләме бер ярым тапҡырға кәмегән. БР Милли банкы матбуғат хеҙмәтенең аныҡланған мәғлүмәте буйынса, был категориялағы заемсылар республика территорияһында кредит ойошмаларынан йәмғеһе 276,6 млрд. һум алған.

Йыл башына ҡарата, банктар менән юридик шәхестәргә һәм шәхси эшҡыуарҙарға бирелгән кредиттың ҡалған өлөшө 160,9 млрд.һум тәшкил иткән. Йыл башынан алып был сумма биш процентҡа артҡан. Шуларҙың 15,9 млрд. һумы (9,9 процент) – ваҡытында түләнмәгән бурыс.