4 декабрь, Йәкшәмбе

23 март 2010 йыл, 15:05

Иген етештереүселәр милли союзының беренсе съезы

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостан делегацияһы бөгөн Мәскәүҙә барған Иген етештереүселәр милли союзының беренсе съезында ҡатнаша.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, делегация составына республика ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Николай Коваленко, «Башҡорт» МТС-ы генераль директоры урынбаҫары Наил Батыршин, Саҡмағош районының «Базы» ауыл хужалығы кооперативы рәйесе Вадим Соколов инә.

Союз төҙөүҙең маҡсаты ватан иген етештереүселәренең Рәсәйҙең сифатлы продукцияға эске талаптарын тәьмин итеү, иген һәм иген продукттары һатыу каналдарын киңәйтеү буйынса тырышлыҡтарын бергә туплауға һәм йүнәлеш биреүгә ҡайтып ҡала. Киләсәктә союз Рәсәйҙә иген етештереү һәм ҡулланыуҙы балансларға, иген етештереүгә дәүләт ярҙамы программаларын әҙерләүҙә әүҙем ҡатнашырға ла тейеш.

Төбәк ауыл хужалығы етештереүселәренән тыш, съезд Федерация Советы ағзаларын, Дәүләт Думаһы депутаттарын, башҡарма власть органдары, йәмәғәт берләшмәләре һәм фән вәкилдәрен, шулай уҡ эксперттарҙы ла йыйҙы.