4 декабрь, Йәкшәмбе

23 март 2010 йыл, 14:46

Башҡортостан таможняһы – Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе

автор: Елена Макушина

Башҡортостан таможняһы 2009 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәй Федерацияһы таможня органдарының иң яҡшы коллективына конкурсында «Иң яҡшы эске таможня коллективы» номинацияһында II урын яуланы.

Еңеүселәрҙе билдәләгәндә таможня түләүҙәрен йыйыу, таможня контроле кеүек күрһәткестәрҙе үтәү генә түгел, шулай уҡ вазифалы кешеләрҙең профессионализм кимәле, таможня закондары талаптарын тормошҡа ашырыу процесында тышҡы иҡтисади эшмәкәрлектә ҡатнашыусылар менән хеҙмәттәшлек итеү, хеҙмәт дисциплинаһы, хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге, үҙешмәкәрлектә ҡатнашыу һәм спорт ҡаҙаныштары ла иҫәпкә алынды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2006 һәм 2007 йылдарҙа Башҡортостан таможнясылары Рәсәй Федераль таможня хеҙмәте таможнялары араһында икенсе һәм өсөнсө урындар алғайны инде.

"Таможня 2009 йылда сираттағы уңышына Башҡортостан Республикаһының бөтә власть органдары, көс структуралары һәм контроллек итеүсе органдар менән уңышлы хеҙмәттәшлек итеүе, таможня коллективының эшен юлға һалыу һөҙөмтәһендә өлгәште", — тип билдәләне йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса баш дәүләт таможня инспекторы Игорь Мешков.

темалар: таможня