Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.46 ↑

EUR 69.81 ↓

22 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Иғтибар! 24 мартта көслө боҙлауыҡ булыуы көтөлә

Йәмғиәт

Шаршамбы көнө республика юлдарында көслө боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Был Скандинавиянан беҙгә килеүсе атлантик циклон менән бәйләнгән. Бөгөнгө ҡар ҡатыш ямғыр һәм йылы һауа һалҡын атмосфера фронты менән алышынасаҡ. Төнөн термометр бағанаһы минус 9 градусҡа тиклем төшәсәк. Бөгөн был турала «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы начальнигы Юрий Ферапонтов хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, яҡын араларҙа һауа торошона йылы һәм һыуыҡ тулҡындарҙың алмашыныуы хас буласаҡ. Апрелдең икенсе ун көнлөгө башына яҙғы һауа торошо урынлашыуы көтөлә.

Алдағы боҙлауыҡ менән бәйле, синоптиктар бөтә автомобилистарға һәм йәйәүлеләргә юлда бик иғтибарлы һәм һаҡ булырға кәңәш итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть