10 декабрь, Шәмбе

23 март 2010 йыл, 13:22

«Фармация-2010» күргәҙмәһе асылды

автор: Елена Макушина | фото: Олег Яровиков

23 — 26 мартта Нефтселәр Мәҙәниәт һарайында «Фармация-2010» XV махсус күргәҙмәһе үтәсәк. Экспофорум сиктәрендә Башҡортостан, Татарстан, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары, Һамар, Свердловск, Силәбе өлкәләре, Алтай крайы фармацевтика һәм косметология предприятиелары продукциялары сығарыласаҡ. Бөтәһе 110 фирма һәм предприятие ҡатнашасаҡ. Күргәҙмәне ойоштороусы булып һәр ваҡыттағыса БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, БР "Башфармация" дәүләт унитар предприятиеһы, "Лигас" Коммерция инновацион үҙәге дәүләт унитар предприятиеһы тора.

«Фармация» махсус күргәҙмәһе 1995 йылдан башлап үткәрелә (ғәҙәттә, яҙ, март аҙағында), һәм Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының дөйөм саралар концепцияһының айырылғыһыҙ өлөшө булып тора.

Күргәҙмә сиктәрендә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына арналған «Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәм инвалидтарға медицина ярҙамы күрһәтеүҙе ойоштороу», «2008-2009 йылдарҙа “Һаулыҡ” өҫтөнлөклө милли проектын тормошҡа ашырыу йомғаҡтары буйынса ВИЧ-инфицирланғандарҙы диспансерлаштырыу, ВИЧ һәм оппортунистик инфекцияларҙы дауалауҙың актуаль мәсьәләләре» һәм башҡа темаларға республика конференциялары, Өфө филиалдары һәм дарыуханалары өсөн бизнес-семинар үткәреләсәк.