3 декабрь, Шәмбе

23 март 2010 йыл, 12:11

Өфө властары киҙеүгә ҡаршы көрәшкә йомғаҡ яһаны

автор: Евгений Рәхимҡолов

2009-2010 йылғы эпидемия миҙгелендә киҙеү һәм ОРВИ менән сирләүгә ҡаршы көрәшкә йомғаҡ яһау бөгөн ҡала хакимиәте башлығы эргәһендәге кәңәшмәлә тикшерелгән төп темаларҙың береһе булды.

Хакимиәттең һаулыҡ һаҡлау идаралығы начальнигы Виталий Викторов хәбәр итеүенсә, дөйөм алғанда, 2009 – 2010 йылғы эпидемия миҙгелендә Өфөлә 270 мең кешенең ОРВИ менән сирләү осрағы теркәлгән. Икенсе төрлө әйткәндә, был юлы ҡаланың һәр дүртенсе кешеһе тиерлек сирләгән. Етмәһә, 370 осраҡта ауырыу пневмонияға әйләнгән, һөҙөмтәлә биш кеше һәләк булған. Өфөнө “сусҡа киҙеүе” лә ситләп үтмәне – эпидемия миҙгелендә ҡалала A/H1N1 вирусы менән сирләүсе 43 кеше теркәлде.

Иң күп ауырыусылар ноябрь башына тура килде, ул саҡта бер аҙнала 27 меңдән ашыу осраҡ теркәлде, етмәһә, сирләүселәрҙең 65 процентын 14 йәшкә тиклемге балалар тәшкил итте.

Ҡала хакимиәте ауырыуҙың артыуына ҡаршы көрәшеп, әүҙем саралар күрҙе. Инфекцияның таралыуын тотҡарлаусы төп сараларҙың береһе булып халыҡты иммунлаштырыу торҙо. Дөйөм алғанда, Өфөлә халыҡтың 42 процентына прививка яһалды.

— Ихтимал, тап шуға күрәлер ҙә беҙҙең ҡалала киҙеү менән сирләү кимәле Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән 11 тапҡырға аҙыраҡ булды, — тип иҫәпләй Виталий Викторов. – Беҙҙә ул 100 мең кешегә 35 кеше тәшкил итте, шул уҡ ваҡытта ил буйынса был күрһәткес – 100 мең кешегә 416 ауырыу.

Хәҙерге ваҡытта Өфөлә халыҡты A/H1N1 вирусына ҡаршы иммунлаштырыу дауам итә. Әммә ҡайһы бер предприятиелар етәкселәре беҙҙең һүҙгә бик ҡолаҡ һалмай һәм хеҙмәткәрҙәренә иммунизация үткәрергә ашыҡмай, ти Виталий Викторов.

— Бындай осраҡта һорарға, тәҡдим итергә түгел, ә предприятиеларҙа иммунлаштырыу үткәреүҙәрен талап итергә кәрәк, — тип иҫәпләй ҡала хакимиәте башлығы Павел Качкаев. – Һәр етәксе производствола үҙ эшселәренең һаулығы өсөн яуаплы бит.