11 декабрь, Йәкшәмбе

23 март 2010 йыл, 11:09

Халыҡҡа банк кредиттары күләме бер йылда ике тапҡырға кәмене

автор: Эльвира Латипова

Быйыл йыл башына Рәсәй банкылары тарафынан Башҡортостан халҡына бирелгән кредит ҡалдыҡтары 82 миллиард һум тәшкил итте. Был күрһәткестәрҙе БР Милли банкы матбуғат хеҙмәте килтерә.

2009 йыл башынан алып ҡалдыҡтар суммаһы 13,5 процентҡа кәмене. Ваҡыты уҙған бурыс өлөшө биш миллиард һум (6,1 процент) тәшкил итә.

2009 йылда Башҡортостан халҡына банкылар 31,2 миллиард һумлыҡ кредиттар бирҙе. Был 2008 йылдағынан ике тапҡырҙан ашыуға кәмерәк. Финанс көрсөгө ипотека кредиты биреүҙә тағы ла нығыраҡ сағылды. Был сегментта 5,5 тапҡырға кәмеү билдәләнде. Былтыр төбәк халҡы 2,4 миллиард һумға 2655 ипотека торлаҡ кредиты алды.

Йыл башына физик шәхестәргә залогка торлаҡ һатып алыуға бирелгән кредиттар буйынса бурыс 18,8 миллиард һум тәшкил итте. Был бер йыл элеккегә ҡарағанда 12,2 процентҡа кәмерәк. Ипотека буйынса ваҡыты уҙған бурыс өлөшө артты: 0,6 урынына 2,1 процентҡа.

2010 йылдың 1 ғинуарына һумдарҙа ипотека торлаҡ кредиттары буйынса уртаса процент ставкаһы 14,2 процент тәшкил итә. Уртаса кредит биреү срогы – 15,5 йыл.