7 декабрь, Шаршамбы

23 март 2010 йыл, 11:09

Башҡортостан ҡыҙҙары «Һалдаттар йырлағанда» армия йыры фестивалендә ҡатнашасаҡ

автор: Сергей Захаров

Һарытауҙа Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына арналған Волга буйы – Урал хәрби округының төбәк үҙешмәкәр сәнғәт фестивале үтте. Унда Өфө, Һамар, Һарытау, Пенза, Ульяновск һәм Ҡазан гарнизондарынан вәкилдәр ҡатнашты.

Бүләкләнеүселәр араһында Өфө офицерҙар йорто солистары,  «Әйләнеп ҡайт» йырын башҡарған Элина Файзырова менән Рәсүл Гамзатов һүҙҙәренә ижад ителгән композитор Ян Френкелдең билдәле “Торналар” йырын тәҡдим иткән  Марина Филимонова ла бар ине.

Артабан ике йырсы май айында Екатеринбургта үтәсәк “Һалдаттар йырлағанда” армия йырының 22-се фестивлендә Өфө гарнизоны данын яҡлаясаҡ.

темалар: фестивалдәр