Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Нефаз автобустары Һамар транспорт паркын тулыландырҙы

Иҡтисад

«Нефтекама автозаводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте етештергән тәүге биш автобус Һамарҙың муниципаль транспорт паркын тулыландырҙы. Һамар хакимиәтенең мәғлүмәт һәм аналитика идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, дөйөм алғанда "Пассажиравтотранс" муниципаль предприятиеһына «НефАЗ» маркаһында 50 машина килтереләсәк.

Автобустарҙың иҙәне уртаса кимәлдә. Комфортлы салонда 100 кеше урынлаша ала. Һатып алынған автотранспорт яҡын арала ҡала маршруттарына сығарыласаҡ.

Һуңғы өс йылда өлкәнең баш ҡалаһы урамдарына 43 яңы трамвай, 21 троллейбус һәм 66 заманса автобус сығарылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть