4 декабрь, Йәкшәмбе

23 март 2010 йыл, 10:43

Йәкшәмбегә ҡарата төндә “йәйге” ваҡытҡа күсәбеҙ

автор: "Башинформ"

Рәсәй  территорияһында йәкшәмбегә ҡарата төндә, 28 мартта, сәғәт уҡтары бер сәғәткә алға күсереләсәк, ил “йәйге” ваҡытҡа күсә, тип хәбәр итә Техник көйләү һәм метрология буйынса федераль агентлыҡтың матбуғат хеҙмәте.

Был көндө сәғәт 2-лә (урындағы ваҡыт менән) сәғәт уҡтары бер сәғәткә алға күсерелә.

"РФ Хөкүмәте тарафынан билдәләнгән ваҡытты иҫәпләү тәртибенә ярашлы, 2010 йылдың 28 мартынан алып 2010 йылдың 31 октябренә тиклем осорҙа илдә “йәйге” ваҡыт билдәләнә", — тиелә белдереүҙә.

Биш төбәктә генә — Кемерово һәм Һамар өлкәләрендә, Удмуртияла, Камчаткала һәм Чукоткала – сәғәт уҡтарын күсермәйәсәктәр. Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, был субъекттар икенсе сәғәт поястарына күсәсәк. Мәҫәлән, Удмуртия һәм Һамар өлкәһе 28 мартта Мәскәү ваҡытына күсәсәк, һәм был ике төбәкте генә тәшкил иткән сәғәт поясы бөтәсәк. Шулай уҡ Рәсәйҙең иң көнсығыш сәғәт поясы ла юҡҡа сығасаҡ: Чукотка һәм Камчатка (әле улар Мәскәүҙән туғыҙ сәғәткә алда) Магадан ваҡытына (плюс һигеҙ сәғәт) күсәсәк.

Кемерово өлкәһе Мәскәү ваҡытына бер сәғәткә яҡынаясаҡ — ул Көнбайыш Себер төбәктәренән иң һуңғыһы булып баш ҡаланан өс сәғәткә алдараҡ булған сәғәт поясына күсә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәйҙә сәғәт поястары иҫәбен ҡыҫҡартыу мөмкинлеген ҡарарға РФ Президенты Дмитрий Медведев былтыр ноябрҙә Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә тәҡдим иткәйне.