3 декабрь, Шәмбе

23 март 2010 йыл, 10:00

Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе тәғәйенләнде

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп Руслан Мирсаяпов тәғәйенләнде.

  *  *  *

Руслан Заһит улы Мирсаяпов 1977 йылдың 22 ноябрендә Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһында тыуған. Юғары белемле – Башҡорт дәүләт университетын, Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1998 йылда Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм сауҙа министрлығында төп белгес булып башлай.

1999 йылдан алып 2005 йылға тиклем Өфө ҡалаһы хакимиәтенең тышҡы иҡтисади бәйләнештәр бүлегендә төп белгес, һуңынан баш белгес, тышҡы иҡтисади бәйләнештәр идаралығы начальнигы, иҡтисад идаралығының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр бүлеге начальнигы булып эшләй.

2006 йылдан әлеге көнгә тиклем Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте иҡтисад идаралығының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр бүлеге начальнигы булып эшләне.