4 декабрь, Йәкшәмбе

23 март 2010 йыл, 9:42

Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы үҙгәртеп ҡоролдо

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

22 мартта Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов “Башҡортостан Республикаһы дәүләт власының башҡарма органдары структураһын камиллаштырыу саралары тураһында”ғы Указға ҡул ҡуйҙы.

Указға ярашлы, Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы БР Сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министрлығына һәм БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетына бүлеү юлы менән үҙгәртеп ҡоролдо.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә БР Сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министрлығы һәм БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты тураһындағы положениеларҙы раҫлауға индерергә, үҙгәртеп ҡороу сараларын үткәреүҙе тәьмин итергә, норматив хоҡуҡ акттарын ошо Указға ярашлы хәлгә килтерергә ҡушылды.

Ошо Указдың үтәлешенә контроллек итеү Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенә йөкмәтелде.

* * *

Хөкүмәттә үҙгәртеп ҡороуҙар менән бәйле, Башҡортостан Президентының икенсе Указы менән Юрий Пустовгаров Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт, инвестиция һәм инновация cәйәсәте министры итеп тәғәйенләнде.

* * *

Ю.Л. Пустовгаров 1964 йылдың 8 ноябрендә Башҡортостан Республикаһының Белорет ҡалаһында тыуған. Юғары белемле. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Магнитогорск тау-металлургия институтын тамамлағандан һуң 1986 йылда Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә баш металлург бүлегенең инженер-технологы булып башлай.

1986 — 2006 йылдарҙа — “Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә ҡойоу цехы начальнигы урынбаҫары, технология бюроһы начальнигы, генераль директор урынбаҫары, коммерция, техник директор, генераль директор.  

2006 — 2009  йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министры.

2009 йылдан әлеге көнгә тиклем Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры булып эшләне.

Ю.Л. Пустовгаров — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе.