Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.75

EUR 63.66

29 май, Дүшәмбе

Уфа   °

«Рәсәйҙең йәш эшҡыуары – 2010» һайлап алыу конкурсы дауам итә

Иҡтисад

Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ менән ойошторолған «Рәсәйҙең йәш эшҡыуары – 2010» бөтә Рәсәй конкурсы заявкалар ҡабул итеүҙең дауам ителеүе хаҡында иғлан итә.

Заявка тапшырған ваҡытта 16 — 30 йәштә булған эшҡыуарҙар конкурста ҡатнаша ала. «Бизнестың йәш оҫтаһы», «Уңышлы старт», «Социаль яуаплы бизнес», «Мәктәп һәм студент бизнесы» кеүек номинацияларҙа үҙ көсөңдө һынап ҡарарға мөмкин. Конкурстың төбәк этабы 15 апрелдә тамамлана.

10 көн дауамында еңеүселәр билдәләнәсәк, улар артабан киләһе, округ этабында ҡатнашасаҡ. Иң яҡшылары бөтә Рәсәй кимәленә үтәсәк. Һуңғы этап 1 июндә старт ала. Еңеүселәр 2010 йылдың 16 июнендә Санкт-Петербургта үтәсәк Йәштәрҙең халыҡ-ара иҡтисади форумында асыҡланасаҡ.  

Тулыраҡ мәғлүмәтте http://www.mmef.ru/entrepreneur-of-a-year/ сайтынан алырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть