7 декабрь, Шаршамбы

22 март 2010 йыл, 17:38

Башҡортостан тимер юлсылары «Билетһыҙ пассажир» акцияһын үткәрә

автор: Любовь Колоколова

Куйбышев тимер юлының «Баштранспригород» предприятиеһы билетһыҙ йөрөүсе пассажирҙарға ҡаршы саралар күреүен дауам итә.  Шуның менән бәйле 15 февралдә иғлан ителгән «Билетһыҙ пассажир» акцияһы март аҙағынаса дауам итәсәк.

Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлегенән матбуғат секретаре Рөстәм Ғөбәйҙуллиндың хәбәр итеүенсә, аҙнаһына ике тапҡыр (шаршамбы һәм йомала) сикләү саралары ҡулланыла: пассажирҙар ултырғанда электричка вагонының бер генә ишеге асыла, ишек янында пассажирҙарҙың билетын тикшереүсе контролер һәм билет кассиры тора.  Әгәр юл йөрөү документы булмаһа, уны шунда уҡ һатып алырға мөмкин, бының өсөн штраф түләтелмәй. «Мин вагонға һуңғы мәлдә генә өлгөрҙөм, билет һатып алырға ваҡытым булманы» тийеүселәргә, тимер юлсыларҙың үҙҙәренә лә уңайлы был. «Билетһыҙ пассажир» акцияһы барған көндәрҙә билет һатыуҙан килгән килемдең уртаса 20 процентҡа артыуы билдәләнгән.  

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡала яны маршруттары зыянға эшләй, улар республика бюджетынан дотациялана. Ә билет һатыуҙан килгән аҡса ҡала яны поездары иҫәбен һәм уларҙа ултырыу урындарын арттырыуға йүнәлтеләсәк.