11 декабрь, Йәкшәмбе

22 март 2010 йыл, 17:08

Балет солистары «Балет – балаларға» проекты сиктәрендә концертта сығыш яһай

автор: Әлфиә Әһлиуллина

«Классик дивертисмент» — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Бәләкәй сәхнәһендә 23 мартта үтәсәк концерт шулай атала. Уның ҡатнашыусылары — «Браво» халыҡ бейеү театрының йәш артистары, шулай уҡ театрҙың балет труппаһы солистары: Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Гөлсинә Мәүлекәсова, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Илдар Манапов, Гөлнара Хәлитова, Артур Новичков. Улар башҡарыуында тамашасыға  классик балеттарҙан номерҙар, вариациялар, хореографик миниатюралар тәҡдим ителәсәк.

— «Балет — балаларға» проекты йәш быуын иғтибарын балет сәнғәтенә йәлеп итеү ниәтендә ойошторолдо, —ти «Браво» бейеү театрының художество етәксеһе Светлана Харисова. – Алдағы концерт — уны бойомға ашырыуҙа тәүге аҙым. Баштан уҡ беҙгә балет йондоҙҙарының ярҙам итеүе арҡаһында уңдыҡ. Һүҙ ыңғайы,  Илдар Манапов – беҙҙең элекке уҡыусыбыҙ, Башҡорт опера һәм балет театрының әйҙәүсе солисы беҙҙә тәүге аҙымдарын яһаны, тип ғорурланып әйтә алабыҙ.

Үкенескә күрә, һуңғы арала йәштәрҙең классик сәнғәткә ҡыҙыҡһыныуы кәмей, һәм бының менән беҙ һис килешмәйбеҙ. Үҙебеҙҙең өлгөлә музыка, бейеү кеүек классик мираҫыбыҙҙың ни хәтлем бай һәм матур икәнен, һәм сәнғәт арҡаһында уңышлы кеше булырға мөмкин булыуын күрһәтергә теләйбеҙ.

темалар: концерттар