10 декабрь, Шәмбе

22 март 2010 йыл, 17:06

«Башҡортостандың тере тәбиғәте» фотокүргәҙмәһе асыла

автор: Әлфиә Әһлиуллина

24 мартта «Ҡунаҡһарай» Сауҙа-эшлекле комплексының күргәҙмәләр залында «Башҡортостандың тере тәбиғәте» фотокүргәҙмәһе асыла. Ул Башҡортостан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы һәм Рәсәй тәбиғәт күҙәтеүенең Башҡортостан буйынса идаралығы тарафынан иғлан ителгән шул уҡ исемдәге фотоконкурс сиктәрендә үткәрелә.

Конкурс координаторы, ҡурсаулыҡ директоры урынбаҫары Зилә Ибәтуллина хәбәр итеүенсә, экспозиция Башҡортостан ҡурсаулығының 80 йыллығына һәм Республика йылына арналған. Уға Башҡортостан тәбиғәтен һүрәтләгән 25 фото-эш ингән. Күргәҙмә авторҙары – Олег Миньков, Сергей Степанов, Андрей Коротнев, Илгиз Әхмәҙиев, Алексей Михайлов.

«Башҡортостандың тере тәбиғәте» республика фотоконкурсына эштәр 1 авгусҡа тиклем ҡабул ителәсәк. Унда профессиональ фоторәссамдар ҙа, һәүәҫкәрҙәр ҙә ҡатнаша ала. Конкурс хаҡында ентеклерәк мәғлүмәттәрҙе www.prirodarb.ru сайтында белергә мөмкин.

Күргәҙмә 17 сәғәттә асыла.

темалар: күргәҙмәләр