9 декабрь, Йома

22 март 2010 йыл, 15:49

«ОЗНА» немец партнерҙары менән берлектә «Лукойл-Коми» өсөн һурҙырыу станцияһы төҙөргә ниәтләй

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостандың «ОЗНА» һәм Германияның SULZER (Зульцер) менән Leistritz (Ляйстриц) компаниялары бергә «Лукойл-Коми» компанияһы өсөн мультифазалы һурҙырыу станцияһы төҙөлөшөнә тендерҙа ҡатнаша. «ОЗНА» генераль подрядсы итеп билдәләнгән.

«ОЗНА» компанияһының Октябрьский ҡалаһында урынлашҡан производство дивизионына Германиянан килгән ҡунаҡтарҙың визиты барышында техник һәм коммерция мәсьәләләре тикшерелгән. Килеүҙәренең маҡсаты — SULZER һәм Leistritz һурҙырғыстарын ҡулланып, һурҙырыу станцияларын етештереү буйынса «ОЗНА»-ның производство мөмкинлектәрен өйрәнеү.

«ОЗНА» компанияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, осрашыу барышында немец компанияһы менән Рәсәй һәм сит ил территорияһында ғәмәлгә ашырылған башҡа проекттар сиктәрендә лә хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәре ҡаралған.