5 декабрь, Дүшәмбе

22 март 2010 йыл, 15:32

Өҙәрем юл осоронда ауыр автотранспорт хәрәкәте сикләнә

автор: Нина Никандрова

Автомобиль юлдарын һәм уларҙағы яһалма ҡоролмаларҙы һаҡлау маҡсатында яҙғы юл өҙөклөгө осоронда дөйөм файҙаланыуҙағы юлдар буйлап ауыр йөклө транспорт саралары хәрәкәтен сикләү индерелә. Быйыл сикләүҙәр 1 апрелдән 5 майға тиклем осорҙа ғәмәлдә буласаҡ.

БР Хөкүмәтенең 2010 йылдың 11 мартындағы 197-се бойороғона ярашлы, төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге автомобиль юлдары буйлап 11 тоннанан ашыу ауырлыҡтағы транспорт сараларының хәрәкәте сикләнә. Аҙыҡ-түлек тауарҙары, пассажирҙар, орлоҡ фонды, ашламалар һәм почта йөктәре ташыусы транспорт сараларына ғына йөрөү рөхсәт ителә.