9 декабрь, Йома

22 март 2010 йыл, 15:12

Өфөлө Альберт Илькин ветерандар араһында сатраш беренселегендә еңде

автор: Ирек Мөхәмәҙиев

Өфөлө Альберт Илькин ветерандар араһында Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына арналған Волга буйы федераль округы сатраш беренселегендә еңеүсе булды. ФИДЕ мастеры алты ярым мәрәй алды, был уға чемпион титулын яуларға һәм рейтингыһын яҡшыртырға мөмкинлек бирҙе.  

Өфөнән йәнә бер ФИДЕ мастеры Ренант Ғүмәров унынсы һөҙөмтә күрһәтте, турнир таблицаһының 18-се урынында — Александр Ҡотлояров, 23-сөлә — Айрат Булгаков, 30-сыла — Евгений Балахонцев. Волга буйы федераль округының алты төбәгенән турнирҙа барыһы 32 сатрашсы-ветеран ҡатнашты.

темалар: сатраш