7 декабрь, Шаршамбы

22 март 2010 йыл, 15:03

Башҡортостанда «Ғаилә» республика программаһы ҡабул ителде

автор: Елена Макушина

Дүшәмбе көндө БР Хөкүмәтенең киңәйтелгән ултырышында 2010-2012 йылдарға иҫәпләнгән “Ғаилә” республика программаһы ҡабул ителде.  

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев документ әҙерләү кәрәклеге хаҡында уҙған йылдың декабрендә үк белдергәйне. Премьерҙың элек билдәләүенсә, төп министрлыҡ, ведомство һәм урындағы үҙидара органдарының ғаилә институтын формалаштырыу һәм нығытыуҙағы тырышлыҡтарын берләштергән комплекслы яңы программа әлеге ваҡытта төбәктә ғәмәлдә булған ғаиләне социаль яҡлау программаһы нигеҙендә әҙерләнә.

Документ  күп кенә ведомство, муниципаль һәм эре республика программаларын берләштереүсе һигеҙ бүлектән тора.  Ултырыш барышында билдәләнеүенсә, ғаилә мәсьәләләрен хәл итеүгә өр-яңы, комплекслы ҡараш был йүнәлештә ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкинлек бирәсәк. 2010 йылда программаны финанслауға 20 миллиард һум бүленәсәк.

Программа менән, атап әйткәндә, ғаиләгә дәүләт ярҙамы күрһәтеү, ғаилә институтын нығытыу буйынса сараларҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса ҡануниәтте камиллаштырыу ҡаралған. Программа нигеҙендә социаль-мәҙәни өлкәлә һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡта капиталь төҙөлөш объекттарын бюджеттан инвестициялауҙы бойомға ашырыу планлаштырыла. Документ халыҡты эш менән тәьмин итеү өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен һәм халыҡ сәләмәтлеген һаҡлау һәм нығытыуға, сәләмәт тормош алып барыуҙы формалаштырыуға  йүнәлтелгән сараларҙы ғәмәлгә ашырыуҙы күҙ уңында тота.

Балалы ғаиәләләрҙе социаль хеҙмәтләндереү, БР ғаиләләрен социаль яҡлау саралары, ғаилә һәм ғаилә сәйәсәте мәсьәләләрен ғилми тикшереү ҙә программа саралары иҫәбенә ингән.

темалар: Хөкүмәттә