8 декабрь, Кесе йома

22 март 2010 йыл, 14:33

Туризмды индустриаль тәьмин итеү кластеры ойошторола

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостан Республикаһында кластер сәйәсәтен тормошҡа ашырыу сиктәрендә туризмды индустриаль тәьмин итеү фәнни-производство кластеры төҙөлә. Уның маҡсаты  – төбәктә туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһын үҫтереү.

Был кластерҙы ойоштороу өсөн махсус эшсе төркөм төҙөлдө. Төбәктә туризм кластеры ойоштороу «Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт сәйәсәтен үҙгәртеү стратегияһын эшкәртеү һәм тормошҡа ашырыу» немец-башҡорт проектының бер өлөшө булып тора.

БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 9 апрелдә Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһында эшсе төркөмдөң туризмды индустриаль тәьмин итеү кластерын ойоштороу буйынса сираттағы ултырышы үткәрелә. Мекленбург–Передняя Померания (ГФР) еренең «БиоКонВэлли» туристик-сәләмәтләндереү кластеры менеджеры Андреас Шур, немец эксперттары Карл-Хайнц Клингер һәм Курт Хорншильдтың сығыштары, йомғаҡлау дискуссияһы планлаштырылған.