9 декабрь, Йома

22 март 2010 йыл, 14:29

2010 йылда Башҡортостанда 1,3 миллион тонна шәкәр сөгөлдөрө йыйып алырға ниәтләйҙәр

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостанда 2010 йылда 62-65 мең гектарҙа шәкәр сөгөлдөрө сәсеү планлаштырыла. Уңайлы һауа шарттарында татлы тамыраҙыҡтан уңыш 1,3 миллион тонна тәшкил итергә тейеш. Был турала Благовар районында үткән зона агрономия кәңәшмәһендә әйтелде.  

Республика шәкәр заводтары шәкәр сөгөлдөрөн эшкәртеү буйынса планы менән уртаҡлашты. «Раевсахар» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, мәҫәлән, 400 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө эшкәртергә иҫәп тота, «Шишмә шәкәр заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте — 370 мең тоннанан да кәм түгел, «Ҡарламан шәкәр заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте — 250 мең тонна.