Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 55.84 ↓

EUR 60.79 ↑

26 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Иранда Рәмил Килмәмәтовтың күргәҙмәһен үткәреү планлаштырыла

Сәйәсәт

Иранда Башҡортостан Республикаһы фоторәссамдары ойошмаһы рәйесе, РФ һәм РБ-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Килмәмәтовтың фотоһүрәттәре күргәҙмәһен үткәреү күҙаллана. Уны ойоштороу буйынса тәүге тәҡдимде быйыл ғинуар айында Рәмил Килмәмәтовтың БР мосолмандары Диниә назаратында үткән күргәҙмәһендә Иран Республикаһының Мәскәүҙәге Мәҙәниәт вәкиллегенең рәсми вәкиле Сирус Борзу яһаны.  

«Башинформ» агентлығына БР мосолмандары Диниә назараты рәйесенең мәғариф, тышҡы бәйләнештәр һәм йәмәғәтселек менән бәйләнештәр буйынса урынбаҫары Руслан Сәйәховтың әйтеүенсә, күргәҙмәне республиканың дини, мәҙәни, йәмәғәт эшмәкәрҙәренең быйылғы йылдың июленә билдәләнгән Иранға танышыу сәфәре барышында ойоштороу планлаштырыла. Шуның менән бергә Рәмил Килмәмәтов Иран халҡы тормошо, мәҙәниәте һәм илдең тәбиғәте хаҡында фотоматериалдар әҙерләмәксе, улар һуңынан Башҡортостанда күрһәтеләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть