11 декабрь, Йәкшәмбе

22 март 2010 йыл, 13:38

Балаларҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау – иғтибар үҙәгендә

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау республика һәм ҡала властарының һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә булды. Өфөнөң Октябрь районы хакимиәтендәге сираттағы кәңәшмә ошо проблемаға арналды, тип хәбәр итә райондың мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Район мәғариф бүлеге опека һәм попечителлек органының 2009 йылдағы эшмәкәрлеге хаҡында мәғлүмәт менән опека һәм попечителлек секторы мөдире Эльза Мөслимова сығыш яһаны.

Уның әйтеүенсә, бөгөн опека һәм попечителлек органдарының төп бурысы — етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы урынлаштырыу. Бынан тыш, хеҙмәткә ата-әсәһе булып та, дәүләт ярҙамына мохтаж булған балаларҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау, шулай уҡ ата-әсәһе тәрбиәләүҙән баш тартҡан балаларҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен һаҡлау ҙа йөкмәтелә.

Эльза Мөслимова хәбәр итеүенсә, Октябрь районында 18 йәшкә тиклемге 48700 бала һәм үҫмер йәшәй. Шуларҙан 345-е — етем балалар һәм опека һәм попечителлек органында иҫәптә торған балалар.

Районда бына бер нисә йыл инде хакимиәт башлығы урынбаҫары Гүзәл Фәйзуллина рәйеслегендә Опека һәм попечителлек советы эшләп килә. Етем студенттар дәүләт тарафынан бирелгән социаль гарантиялар һәм льготалар хаҡында тулыраҡ хәбәрҙар булһын өсөн райондың опека һәм попечителлек советы һәм хеҙмәттәре даими рәүештә опекундар (попечителдәр), шулай уҡ урта махсус уҡыу йорттарында, башланғыс профессиональ белем биреү учреждениеларында уҡыған етем һәм опекаға алынған балалар менән осрашыуҙар үткәрә.

Опека һәм попечителлек секторы үҙ эшмәкәрлеген райондың белем биреү  учреждениелары менән үҙ-ара тығыҙ бәйләнештә алып бара. Социаль педагогтар менән берлектә йәшәү шарттары тикшерелә, балаларҙың уҡыуҙа өлгөрөүе һәм тәртибе, опекундарҙың үҙҙәренә алған бурыстарын үтәүҙәре контролгә алына, балаларҙы ҡарауға бүленгән аҡсалата средстволарҙы тотоноу тураһында йыллыҡ отчеттар төҙөүҙә ҙур ярҙам күрһәтелә.

темалар: социаль яҡлау