4 декабрь, Йәкшәмбе

22 март 2010 йыл, 11:48

Туймазы уҡыусылары ҡағыҙға икенсе ғүмер бирә

автор: Эльвира Латипова

Туймазы ҡалаһында һәм районында «Ҡағыҙға – икенсе ғүмер!» экологик акцияһы үтә.

Туймазының 23 дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары макулатура йыйыу менән шөғөлләнде. БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, акция йомғаҡтары буйынса еңеүселәр билдәләнәсәк – уларҙы приздар көтә.

Ойоштороусылар араһында – Башҡортостан Республикаһының “Тәбиғәт” дәүләт унитар предприятиеһы. Макулатура кампанияһының девизы – «Сүп-сарҙы цивилизациялы айырым йыйыуға тәүге аҙым».

Акцияның төп маҡсаты балаларға икенсел сеймалды рациональ файҙаланыу зарурлығын күрһәтеүгә ҡайтып ҡала.

Билдәле булыуынса, бер тонна макулатура дүрт кубометрға яҡын ағасты һаҡлай, ә был биш ҙур ағас тигән һүҙ. Йыл һайын бөтә Ер шары үҫемлектәре 150 миллиард тонна углерод үҙләштерә һәм атмосфераға 25 миллиард тоннанан ашыу кислород бүлеп сығара. Йәйге бер көндә бер гектар урман 40 тонна һыуҙы парға әйләндерә.

Ҡағыҙ ҡалдыҡтарын икенсел файҙаланыу ағастарҙы һаҡлау ғына түгел, зарарлы сәнәғәт факторҙарының тәбиғәткә йоғонтоһон кәметергә лә ярҙам итәсәк. Целлюлоза етештереү һыулыҡтар өсөн макулатура массаһын эшкәртеүгә ҡарағанда хәүефлерәк. Етмәһә, файҙаланылған ҡағыҙҙы эшкәртеү уны яндырғанда йәки сереткәндә атмосфераға бүленгән зарарлы матдәләр күләмен кәметергә ярҙам итә.