4 декабрь, Йәкшәмбе

22 март 2010 йыл, 11:19

Уҡыу йорттары профактивы студенттарға ярҙам итергә өйрәнә

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә башланғыс һәм урта профессиональ белем биреү учреждениелары профсоюз хеҙмәткәрҙәре өсөн уҡытыу семинары үтте. БР Профсоюздар федерацияһы матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, был сарала республика уҡыу йорттарынан 80 профактив вәкиле ҡатнашты.

Семинарҙа ҡатнашыусылар өсөн стипендия менән тәьмин итеү һәм уҡыусыларға матди ярҙамдың башҡа формалары, студенттарға социаль ярҙам мәсьәләләре, студенттар профсоюз ойошмаларында ойоштороу эше буйынса лекциялар ойошторолдо. Шулай уҡ ижади лабораториялар эше ойошторолдо һәм “Лидерлыҡ теорияһы” интерактив лекцияһы үткәрелде.

темалар: профсоюздар