11 декабрь, Йәкшәмбе

22 март 2010 йыл, 11:03

«Донъя халыҡтары мәҙәниәттәре диалогы» халыҡ-ара акцияһы

автор: Эльмира Сабирова

Дүшәмбе, 22 мартта, Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты делегацияһы башҡарыусы директоры Өлфәт Йомағужин етәкселегендә «Донъя халыҡтары мәҙәниәттәре диалогы» халыҡ-ара акцияһында ҡатнашыу өсөн Европаға юлланды. Ул Халыҡ-ара донъя халыҡтары мәҙәниәттәре диалогы һәм уларҙы яҡынайтыу йылы һәм Башҡортостанда Республика йылы сиктәрендә үтә.

Германияла, Францияла, Швейцарияла һәм Италияла Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының бер төркөм артистары ҡатнашлығында төбәкте презентациялау, Башкортостан Республикаһы тураһында фотокүргәҙмә үткәреләсәк.

Бынан тыш, Башҡортостан делегацияһының Рәсәй, Германия, Франция һәм Италия ЮНЕСКО милли комиссиялары вәкилдәре, атап әйткәндә, ЮНЕСКО Башҡарма советы рәйесе, ЮНЕСКО ҡарамағындағы Рәсәй Федерацияһының тулы хоҡуҡлы вәкиле Элеонора Митрофанова, Бөтә донъя мираҫ секторы вәкилдәре, Парижда ЮНЕСКО штаб-фатирында ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәптәр селтәре етәкселеге менән рәсми осрашыуҙар планлаштырылған. Шулай уҡ программала Баден-Баден ҡалаһы мэры һәм Германияла, Францияла, Швейцарияла һәм Италияла ватандаштар менән осрашыуҙар ҡаралған.

Әйтергә кәрәк, был проект Рәсәй Федерацияһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһы һәм сит илдәрҙең ЮНЕСКО эштәре буйынса милли комиссиялары ярҙамында тормошҡа ашырыла.