Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

19 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан паралимпиясылары Уйындар-2010-да ун миҙал яуланы

Йәмғиәт

Ванкуверҙа X Паралимпия уйындары тамамланды, уларҙа спорттың биш төрөндә: тау саңғыһы спорты, биатлон, саңғы уҙышы, хоккей һәм керлингта наградаларҙың 64 комплекты уйнатылды.

Рәсәй йыйылма командаһы, 38 миҙал – 12 «алтын», 16 «көмөш» һәм 10 «бронза» миҙал яулап, дөйөм команда иҫәбендә икенсе булды.

Германия командаһы еңде (13-5-6). Өсөнсө урынды Канада йыйылма командаһы алды (10-5-4).

Наградаларҙың дөйөм иҫәбе буйынса рәсәйҙәр беренсе булды, улар Паралимпиадаларҙа милли рекордты яңыртты (38): элек ватандаштарыбыҙ 33 награданан артыҡ алмай торғайны.

Дөйөм миҙалдар рейтингында немецтар икенсе булды (24), өсөнсөләр – канадалылар һәм  украиндар (19-ар).

Уйындарҙың йомғаҡлау көнөндә Башҡортостандан дүрт тапҡыр чемпион Ирек Зарипов 1 километрға спринтта «ултырыусы» спортсылар араһында «көмөш» яуланы, ә уның яҡташы Кирилл Михайлов «баҫып тороусы» спортсылар араһында ошондай уҡ наградаға лайыҡ булды.

Шулай итеп, был Паралимпиадала Ирек менән Кирилдың иҫәбендә 10 миҙал: Зариповта — дүрт «алтын» һәм бер «көмөш», Михайловта – өс «алтын» һәм ике «көмөш».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть