Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Мәсетлелә имамдарҙың квалификацияһын күтәреү буйынса күсмә курстар үтте

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында имамдар квалификацияһын күтәреү буйынса күсмә курстар үткәрҙе. Был сараға Мәсетле районынан һәм күрше Салауат, Дыуан, Ҡыйғы райондарынан 60-тан ашыу дин әһелдәре йыйылды.

БР мосолмандары Диниә назараты рәйесенең мәғариф, тышҡы бәйләнештәр һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса урынбаҫары Руслан Сәйәхов, БР мосолмандары Диниә назараты ҡарамағындағы “Хәләл” стандарты буйынса комитет етәксеһе Тимур Шәңгәрәйев, БР мосолмандары Диниә назаратының йәштәр бүлеге рәйесе урынбаҫары Даян Туләшевтән торған БР мосолмандары Диниә назараты делегацияһы назарат эшмәкәрлегенең һуңғы яңылыҡтары менән таныштырҙы. Имамдарға Руслан Сәйәхов һәм "Әл-Әзһәр" Халыҡ-ара ислам университетынан (Ҡаһирә) шәйех Мөхәммәд Хинди лекциялар уҡыны.

Беҙҙең республикала бындай курстар үткәреү матур йолаға әйләнде. БР мосолмандары Диниә назараты Өфөгә үҙҙәре килә алмаған төпкөл райондарҙағы дин хеҙмәтселәре өсөн уларҙы уҙған йылдың көҙөндә үткәрә башлағайны.

Теги: дин
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть