11 декабрь, Йәкшәмбе

22 март 2010 йыл, 9:50

Николай Красников – алты тапҡыр донъя чемпионы!

автор: Николай Ермоленко

Өфөнөң Ғ.Ҡадиров исемендәге спорт клубынан Николай Красников мотоциклда боҙҙа уҙыш буйынса алты тапҡыр донъя чемпионы булды. Берлинда үткән 5-се финалдың тәүге көнөндә еңеү яулап, ул ярышташтарын артта ҡалдырҙы. Шулай итеп, Красников 1973 йылда Ғабдрахман Ҡадиров ҡуйған рекордты ҡабатланы, етмәһә, алты тапҡыр рәттән чемпион булып, үҙ рекордын ҡуйҙы.

Берлинда уҙыш ямғыр аҫтында үтте һәм көрәште тағы ла көсөргәнешлерәк яһаны, йығылыуҙар күп булды (бөтәһе ун), улар араһында рәсәйлеләрҙән Павел Чайка (дүртенсе урауҙа) һәм Иван Иванов (14-се). Икеһе лә етди имгәнде һәм ярышты дауам итә алманы.

Чемпионат лидерҙары йығылмаһа ла, уңышһыҙлыҡтарҙан ҡотола алманы. Красников төп турнирҙа Даниил Ивановтан еңелде, Игорь Кононов ошо уҡ урауҙа ғөмүмән иң һуңғы булып килде, ә ярыштарҙы Дмитрий Хомицевичтан – бронза өсөн көрәштә үҙенең төп ярышташынан – еңелеүҙән башланы. Был уңышһыҙлыҡтар уны А финалына эләгеү мөмкинлегенән мәхрүм итте. Виталий Хомицевич өс тапҡыр йығылды, шул иҫәптән В финалында ла. Ахыр килеп, Даниил Иванов иң аҙаҡтан А финалына эләгеү өсөн мәрәйҙәр бик кәрәк булған Дмитрий Хомицевичты алға үткәргәндә швед Стефан Свенссон рәсәйҙәрҙең тактик маневрҙары менән файҙаланып, уны уҙып китте.

Һөҙөмтәлә Николай Красников төп турнирҙа беренсе урын яуланы, Даниил Иванов – икенсе, Дмитрий Хомицевич һәм австриялы Франц Цорн – өсөнсө һәм дүртенсе. Улар барыһы ла А финалында ҡатнашты. Кононов В финалына ғына эләкте.

А финалында быйылғы чемпионатта етенсе тапҡыр рәттән Николай Красников беренсе булды, ә Даниил Иванов, «Мега-Лада»нан клубташын алға үткәреп, тағы ла финишҡа өсөнсө булып килде.

5-се финалдың тәүге көнө (донъя чемпионатының һигеҙенсе этабы) һөҙөмтәләре.

1. Николай Красников (Рәсәй) — 14+3 (25); 2. Дмитрий Хомицевич (Рәсәй) — 12+2 (20); 3. Даниил Иванов (Рәсәй) — 13+1 (18); 4. Франц Цорн (Австрия) — 12+0 (16); 5. Игорь Кононов (Рәсәй) — 10+3 (14); 6. Стефан Свенссон (Швеция) — 8+2 (13); 7. Антти Аакко (Финляндия) — 9+1 (12); 8. Виталий Хомицевич (Рәсәй) — 10+п/и (11); 9. Гюнтер Бауэр (Германия) — 6+3 (10); 10. Харальд Симон (Австрия) — 6+2 (9); 11. Гжегож Кнапп (Польша) — 5+1 (8); 12. Иван Иванов (Рәсәй) — 5+нс (7); 13. Антонин Клатовски (Чехия) — 4+3 (6); 14. Николай Каминский (Украина) — 4+2 (5); 15. Ян Клатовски (Чехия) — 0+1 (4); 16. Пер-Андерс Линдстрем (Швеция) — 1+С (3); 17. Рене Стеллингверф (Нидерланды) — 0 (0); 18. Павел Чайка (Рәсәй) — 0 (0).

Йомғаҡлау этабы алдынан чемпионаттағы хәл.

1. Николай Красников (Рәсәй) — 191; 2. Даниил Иванов (Рәсәй) — 159; 3. Дмитрий Хомицевич (Рәсәй) — 136; 4. Игорь Кононов (Рәсәй) — 129; 5. Виталий Хомицевич (Рәсәй) — 106; 6. Франц Цорн (Австрия) — 106; 7. Стефан Свенссон (Швеция) — 88; 8. Антти Аакко (Финляндия) — 85; 9. Гюнтер Бауэр (Германия) — 82; 10. Павел Чайка (Рәсәй) — 67; 11. Николай Каминский (Украина) — 65; 12. Иван Иванов (Рәсәй) — 58; 13. Антонин Клатовски (Чехия) — 43; 14. Харальд Симон (Австрия) — 39; 15. Гжегож Кнапп (Польша) — 30; 16. Ян Клатовски (Чехия) — 29; 17. Свен Холстейн (Нидерланды) — 23; 18. Пер-Андерс Линдстрем (Швеция) — 12; 19. Рене Стеллингверф (Нидерланды) — 0.