3 декабрь, Шәмбе

22 март 2010 йыл, 9:48

Стәрлетамаҡ нефтехимия заводы - Башҡортостандың иң яҡшы сәнәғәт компанияһы

автор: Әнисә Абдуллина

2009 йылда республика иҡтисады үҫешенә индергән өлөшө өсөн «Стәрлетамаҡ нефтехимия заводы» акционерҙар йәмғиәте Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Рәхмәт хаты һәм «Иң яҡшы сәнәғәт компанияһы» Дипломы менән бүләкләнгән.

«Башинформ» агентлығына «СНХЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең йәмәғәтселек менән бәйләнештәр буйынса белгесе Тамара Николаеваның хәбәр итеүенсә, юғары награданы нефтехимиктар коллективы икенсе тапҡыр ала. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы экспортлаусыһы исеменә лә предприятие икенсегә лайыҡ булған. Завод етештергән продукция донъяның 35 иленә оҙатыла. Шулар араһында Испания, Германия, Голландия, АҠШ, Бразилия, Корея илдәре бар.

Уҙған йыл предприятие өсөн юғары үҫеш йылы булған: физик күләм индексы 4,1 процентҡа артҡан (2008 йыл менән сағыштырғанда), экспорттың сағыштырма ауырлығы 41,8 процент тәшкил иткән, предприятиеның кереме — 5 млрд. 406 млн. һум, төрлө кимәлдәге бюджетҡа 207 миллион һум аҡса күсерелгән. Производствоны модернизациялау һәм реконструкциялау буйынса ҙур эштәр башҡарылған: инвестицион программаны финанслауға 136,1 миллион һум йүнәлтелгән.

Социаль яуаплылыҡ компания эшмәкәрлегендә мөһим урын биләй. Рәсәй сәнәғәттең химия тармағы хеҙмәткәрҙәре профессиональ союзының республика конкурсы йомғаҡтары буйынса «Стәрлетамаҡ нефтехимия заводы» акционерҙар йәмғиәте коллективы «Юғары социаль нәтижәлелек һәм социаль партнерлыҡ үҫеше өсөн» икенсе дәрәжәләге дипломға лайыҡ булған.  

темалар: сәнәғәт