3 декабрь, Шәмбе

19 март 2010 йыл, 17:16

Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте ташҡынға ҡаршы эш итеүгә әҙер

автор: Елена Макушина

БР Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте ташҡын ваҡытында эш итеүҙәргә әҙер. БР Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте дәүләт учреждениеһы начальнигы Владимир Темашев хәбәр итеүенсә, ай башынан алып хеҙмәткәрҙәр боҙ киткән һәм һыу ташҡан осорҙа эҙләү-ҡотҡарыу эштәре үткәреү буйынса интенсив күнекмәләргә тотондо.

Ташҡын — цикллы ҡабатланып тороусы күренеш. Башҡортостан Республикаһының Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте ташҡын осоронда зыян күреүселәргә ярҙам күрһәтеү өсөн кәрәкле көс һәм средстволарға эйә.

Өфө, Күмертау, Белорет, Сибай, Дүртөйлө, Туймазы ҡалаларында тупланған алты зона отряды кешеләрҙе ҡотҡарыу өсөн йөҙөү саралары, аварияла энергия менән тәьмин итеү өсөн ҙур ҡеүәтле күсмә электр ҡоролмалары, водолаз кейемдәре, ҡотҡарыусыларҙы ғәҙәттән тыш хәл урынына еткереү саралары менән йыһазландырылған.

Темашев, был осорҙа һыуҙа бәхетһеҙлек осраҡтарының төп сәбәптәре булып иҫерек килеш боҙға сығыу, боҙҙа хәүефһеҙлек сараларын күҙәтмәү, ата-әсәләрҙең балаларҙы күҙ уңынан ысҡындырыуы тора, тип билдәләне.