5 декабрь, Дүшәмбе

19 март 2010 йыл, 17:05

Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһында - асыҡ ишектәр аҙнаһы

автор: Эльмира Сабирова

20 марттан алып Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы абитуриенттар өсөн асыҡ ишектәр аҙнаһы үткәрә. Юғары уҡыу йортонан әйтеүҙәренсә, уҡыу йорттарында мәғлүмәт каналдарының етерлек күләмдә булыуына ҡарамаҫтан, мәҫәлән, интернет сайттары, асыҡ ишектәр көнөнөң әһәмиәте кәмемәй. Яҡындан аралашыу һәм шәхси контакт юғары уҡыу йортон һайлағанда һаман да мөһим роль уйнай.

Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһында мәктәп, колледж, училище, техникумды тамамлаусыларҙы юғары уҡыу йорто етәкселеге, профессорҙар, факультеттар менән танышыу көтә.  

Буласаҡ студенттар шулай уҡ бар предметтар буйынса бушлай компьютерҙа БДИ форматында тест үтә ала.  Ошонда уҡ математика, физика, йәмғиәт фәне, рус теле һәм әҙәбиәте, тарих, география буйынса консультациялар ойоштороласаҡ.  

Быларҙан тыш, программала лекциялар, мастер-кластар, түңәрәк өҫтәлдәр, балаларҙың биҙәү-ҡулланма сәнғәте һәм дизайн фестивале, компьютер-эш уйындары, дискуссион клубтар эше планлаштырыла.

Саралар Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһының беренсе, икенсе корпустарында үтәсәк. Тулыраҡ мәғлүмәтте (347) 252-34-23, 228-58-94 телефондары аша алырға мөмкин.

темалар: мәғариф