8 декабрь, Кесе йома

19 март 2010 йыл, 16:38

Республика туберкулез диспансерының хирургия корпусы сентябрҙә сафҡа индереләсәк

автор: Елена Макушина

Ағымдағы йылдың сентябрендә Өфөлә Республика туберкулез диспансерының хирургия корпусы файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Был турала йомала «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында дауалау учреждениеһының баш табибы, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш фтизиатры Миңнинур Азаматова хәбәр итте.

Ете ҡатлы корпус 240 койкаға иҫәпләнгән. Унда стационар бүлек, реанимация бүлеге, операциялар яһау блогы, клиника-диагностикалау лабораторияһы, рентгендиагностика һәм компьютер диагностикаһы бүлектәре урынлашасаҡ.

— Корпус заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ, уны һатып алыуға республика бюджетынан 90 миллион һум күләмендә аҡса бүленгән, — тине Миңнинур Миңлеәхмәт ҡыҙы.

2003 йылда башланған корпус төҙөлөшө республика бюджеты иҫәбенә алып барылған. Дөйөм алғанда 240 миллион һум сарыф ителгән.

Яңы дауалау учреждениеһын сафҡа индереү Һаулыҡ һаҡлау үҫеше мәсьәләләренә арналған республика Советының күсмә ултырышы үткән көндәргә тура килтереләсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл ул Өфөлә үтә.  

темалар: һаулыҡ һаҡлау