3 декабрь, Шәмбе

19 март 2010 йыл, 16:23

21 март – Халыҡ-ара планетарийҙар көнө

автор: Марина Шумилова

21 мартта донъяның күп илдәрендә Халыҡ-ара планетарийҙар көнө билдәләнә. Был байрам яҙғы көн менән төндөң тигеҙләшкән көнөнә яҡын йәкшәмбелә билдәләнә. Быйыл көн менән төндөң тигеҙләшеүе 20 мартҡа тура килә, шуға ярашлы Планетрийҙар көнө 21 мартта билдәләнә.  

— Бына 45  йыл дауамында, республикала бындай үҙенсәлекле берҙән-бер учреждение булараҡ, Өфө планетарийы өфөлөләргә һәм ҡала ҡунаҡтарына йондоҙло йыһан бүләк итә, — тип һөйләй әйҙәүсе методист Тамара Денисова. —Планетарий репертуарында балалар һәм ололар өсөн18 программа бар. Улар мауыҡтырғыс планеталар һәм йондоҙҙар донъяһы менән таныштыра. Һәм  планетарийҙың йондоҙло залында ни бары 80 урын булыуға ҡарамаҫтан, уҙған йылда уның сеанстарында 50 мең тамашасы булған.

Быйыл үҙенең байрамын планетарий иң йәш тамашасылар өсөн әҙерләнгән «Ҡуян балаһы Тафиктың йондоҙло дуҫтары» программаһының премьераһы менән билдәләй. Сағыу һүрәттәр, йондоҙло йыһан, йондоҙлоҡтарҙы һүрәтләгән әкиәт формаһындағы был тамаша балаларға йондоҙ, планета, Ай тураһында тәүге мәғлүмәттәр бирәсәк, балаларҙың Ҡояш ҡайҙа йоҡлай, көн нисек тыуа, Ҡояштың балаһы-планетаһы күпме кеүек һорауҙарына яуап бирәсәк. Программа премьераһы 21 мартҡа көндөҙгө 12-гә билдәләнгән. Байрам хөрмәтенә планетарийҙың йондоҙло залына премьераға инеү бушлай буласаҡ.  

Шулай уҡ был көндө планетарий тамашасыларҙы йәнә дүрт программаһына саҡыра: иртәнге 10.45-тә «Йондоҙлоҡ тураһында мифтар», төшкө 13.30 сәғәттә «Эги һәм Робик мажаралары», « Андромеданан килгән яҡтылыҡ» — 15.00-дә, «Майя цивилизацияһының космик серҙәре» — 16.30.

21 мартта мәктәп уҡыусыларының яҙғы каникулдары башланғанға күрә, был арала планетарий ял көндәрһеҙ эшләйәсәк, көнөнә бер нисә сеанс күрһәтәсәк. Өфө планетарийы мауыҡтырғыс боронғо фәндәрҙең береһе – астрономияға вайымһыҙ булмаған, йондоҙло күккә һоҡланып ҡараған һәр кешене үҙенә саҡыра.

темалар: планетарий