Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.00 ↑

EUR 66.79 ↓

22 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Миграция хеҙмәте ярҙам һорап мөрәжәғәт итә

Йәмғиәт

Миграция хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре менән сит ил граждандары тарафынан законһыҙ миграцияны иҫкәртеү буйынса даими тикшереү алып барыла.  

«Башинформ» агентлығына Рәсәй Федераль миграция хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы арала Черкизов баҙарын япҡандан һуң Мәскәүҙән Башҡортостанға килеүсе Вьетнам граждандарының артыуы күҙәтелә. Был граждандар республикаға законһыҙ үтеп ингән, миграция теркәлеүе үтмәгән.

Рәсәй Федераль миграция хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы һуңынан тикшереү маҡсатында сит ил граждандары күпләп йәшәгән урындарҙы асыҡлау өсөн республика халҡына мөрәжәғәт итә.  

«Әгәр һеҙҙә бындай мәғлүмәт бар икән, һеҙ Рәсәй Федераль миграция хеҙмәтенең БР буйынса идаралығына 237-14-80, 237-46-08, 237-06-00, 251-52-14, 279-47-80 (ышаныс телефоны) телефондары буйынса шылтырата алаһығыҙ, шулай уҡ www.fmsrb.ru сайтының Баһалама, ялыуҙар, тәҡдимдәр бүлегендә лә мәғлүмәт ҡалдыра алаһығыҙ», — тиелә Рәсәй Федераль миграция хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте менән йома көндө таратылған мөрәжәғәтендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть