Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Мәскәүҙә Башҡортостан рәссамдарының күргәҙмәһе асылды

Йәмғиәт

Йома көндө, 19 мартта «Тушино» күргәҙмә залында (Мәскәү) Башҡортостан Республикаһы рәссамдары Ижади Союзының 15 йыллығына арналған күргәҙмәне асыу тантанаһы үтте. Был күргәҙмә ойошманың юбилейы һәм Республика йылына арналған күләмле проекттарҙың дауамы. Беренсе экспозиция быйылғы йыл башында Үҙәк рәссамдар йортонда күрһәтелде һәм йәмәғәтселектә киң резонанс алды.

Рәссамдар Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов ярҙамы арҡаһында бындай күренекле сәнғәт форумында ҡатнашыуға мөмкинлек алған.

Экспозицияға 30 авторҙың 45 эше ингән. Был Флүр Исмәғилов, Муллаян Дәүләтйәров, Әдис Әғлетдинов, Виктор Пегов, Сергей Краснов, Александр Заярнюк, Айҙар Әлмәтов, Валерий Мельников, Илдар Ғаянов, Георгий Карпов һәм башҡа рәссамдарҙың картиналары.

Сараны асыу тантанаһында Рәсәй Рәссамдары Ижади Союзының вице-президенты Николай Чибисов, Мәскәү рәссамдары, сәнғәт белгестәре, сәнғәт һөйөүселәр ҡатнашты. Башҡортостан Республикаһы исеменән БР рәссамдары Ижади Союзы Президенты Виктор Пегов, идара ағзаһы, сәнғәт белгесе Лариса Ҡоҙаярова, РФ Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең ижтимағи-сәйәси бүлеге начальнигы  Азат Ғәфүров һәм бүлектең баш белгесе Мария Черных сығыш яһаны.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть