5 декабрь, Дүшәмбе

19 март 2010 йыл, 15:05

Еңеүҙең 65 йыллығы алдынан яҙғы изгелек аҙналығы

автор: Эльмира Сабирова

«Яҙғы изгелек аҙналығы» — Башҡортостанда 1 апрелдә ошондай исем аҫтында йәштәр социаль акцияһы башлана. Ул бөйөк байрам – Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығы алдынан үткәрелә.

Әйтергә кәрәк, изге эштәр акцияһы шул уҡ исемдәге Бөтә Рәсәй проекты сиктәрендә үткәрелә, дөрөҫ, республикала ул бер аҙна түгел, ә ай ярым барасаҡ. Республика йәштәрҙе эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү үҙәге директоры Гөлләриә Ялсыҡаева иҫәпләүенсә, ете көн – ҡыҫҡа ғына ваҡыт, ә шундай күп эштәр башҡарғы килә. Етмәһә, акцияла үҫеп килеүсе быуын да, өлкәндәр – предприятиелар һәм ойошмалар хеҙмәткәрҙәре лә ҙур ҡәнәғәтлек менән ҡатнаша.

БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, акция сиктәрендә йәштәр яңғыҙ өлкән кешеләрҙең һәм инвалидтарҙың фатирҙарын йыйыштырасаҡ һәм йорт алды участкаларын тәртипкә килтерәсәк. Бынан тыш, улар өсөн төрлө мәҙәни саралар ҙа ойоштора.

Ярҙамға мохтаж кешеләр тураһында мәғлүмәтте БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы Дәүләт халыҡты эш менән тәьмин итеү хеҙмәте идаралығы бирә.

темалар: акциялар