11 декабрь, Йәкшәмбе

19 март 2010 йыл, 14:24

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы «Сикһеҙлек» йәштәр конкурсын иғлан итте

автор: "Башинформ"

“Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)” йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге  башҡарма комитеты йәштәр араһында иң яҡшы баҫмаға, фотоматериалға, авторҙар һүрәтенә “Сикһеҙлек” Республика конкурсы иғлан итте.

Унда 14 йәштән 35 йәшкә тиклемге йәштәр ҡатнаша ала. Эштәрҙең тематикаһы сикләнмәгән — ҡыйыу, үҙенсәлекле фекер йөрөтөүсе егеттәр һәм ҡыҙҙар үҙҙәрен иң ныҡ ҡыҙыҡһындырған нәмәләр тураһында үҙ ҡараштарын белдереп иркен сығыш яһай ала.

Конкурстың маҡсаты – әүҙем һәм һәләтле йәштәрҙе асыҡлау, йәш кешеләрҙең үҙ-үҙҙәрен күрһәтеүе. Конкурс тураһында положение менән проекттың www.foto.yeshlek.ru сайтында танышырға мөмкин.

Конкурста еңеүсене ун мең һум күләмендә приз көтә. Мәғлүмәт бағыусылары –  «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы менән «Уфанет» асыҡ акционерҙар йәмғиәте үҙ еңеүселәрен билдәләйәсәк, улар ҙа аҡсалата приздар менән бүләкләнәсәк.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты бөтә йәш, талантлы, һис нәмәгә битараф булмаған кешеләрҙе конкурста әүҙем ҡатнашырға саҡыра.

темалар: конкурстар