5 декабрь, Дүшәмбе

19 март 2010 йыл, 13:23

Максим Чудов – биатлон буйынса донъя Кубогының VIII этабы спринтында икенсе

автор: Дмитрий Слезин

Норвегияның Осло ҡалаһында биатлон буйынса донъя Кубогының VIII этабы сиктәрендә Өфө егете Максим Чудов “көмөш” миҙал яуланы. Ике ут рубежы менән 10 километрға спринтта ул тиҙлектә француз Мартин Фуркадтан ғына ҡалышты (ете секундҡа).

Австрий Кристоф Зуманн өсөнсө булды. Өсөһө лә атыуҙа мәргәнлек күрһәтте, бер тапҡыр ҙа яҙа атманы.