7 декабрь, Шаршамбы

19 март 2010 йыл, 12:10

Ташҡын етди хәүеф менән янамай

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостанда ташҡын башланыуы март аҙағында көтөлә. Был турала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Волга буйы төбәк үҙәге матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Төбәк үҙәге мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республика территорияһында ташҡын ваҡытында йылғаларҙа һыу кимәле уртаса булыуы көтөлә. Ихтимал, 2005 йылғы яҙғы ташҡын күренеше ҡабатланыр.

Волга буйы федераль округының башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда, Башҡортостанда хәл күпкә уңышлыраҡ.

темалар: ташҡын