Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Журналистарҙы «Экологик практика: инновациялар һәм нәтижәлелек» конкурсында ҡатнашырға саҡыралар

Йәмғиәт

Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль дәүләт хеҙмәте Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһының Тәбиғәт ресурстары, тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология буйынса комитеты менән берлектә киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре араһында тәүге тапҡыр«Экологик практика: инновациялар һәм нәтижәлелек» дөйөм Рәсәй конкурсын үткәреү тураһында иғлан итә.

Киң мәғлүмәт сараларында тәбиғәтте һаҡлау тематикаһын актуалләштереү, йәмәғәтселекте тәбиғәттән файҙаланыу һәм экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү менән идара итеүгә йәлеп итеү, Рәсәй Президенты Мөрәжәғәтнамәһенең  энергияны һаҡсыл ҡулланыуҙы арттырыу, ресурстарҙы ҡулланыуҙың рациональ моделенә күсеү тураһындағы положениеларын ғәмәлгә ашырыу өсөн шарттар тыуҙырыу был конкурстың төп маҡсаты иҫәпләнә.

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй фәндәр академияһында Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнө алдынан конкурсҡа йомғаҡ яһаласаҡ.  

«Экологик практика: инновациялар һәм нәтижәлелек» конкурсы тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль дәүләт хеҙмәте сайтынан www.rpn.gov.ru/node/109 йәки 8(495)254-60-01 телефоны аша алырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть